Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.89 ↑

EUR 76.05 ↓

17 август, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Гайдар форумында ҡатнашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй һәм донъя: маҡсаттар һәм ҡиммәттәр» IX Гайдар форумы сараларында ҡатнашты.

Йыл һайын Гайдар форумы төрдө илдәрҙән билдәле ғалимдарҙы, власть органдары вәкилдәрен, ижтимағи һәм сәйәси эшмәкәрҙәрҙе, эшҡыуарҙарҙы берләштерә һәм көнүҙәк социаль-иҡтисади һәм сәйәси мәсьәләләрҙе бергәләп тикшереүгә, милли иҡтисадты үҫтереү буйынса стратегик тәҡдимдәр һәм кәңәштәр әҙерләүгә йүнәлтелгән.

Форум сиктәрендә республика Башлығы «Йәмәғәт сәләмәтлеге өлкәһендә инвестициялар» тип аталған эшлекле иртәнге ашта һәм «Бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеге уңышлы дәүләт менән идара итеү сағылышында» тигән асыҡ диалогта ҡатнашты. Бында, атап әйткәндә, төбәктәр һәм федераль үҙәктәр араһында вәкәләттәрҙе яңынан бүлеү, дәүләт ресурстарын уңышһыҙ файҙаланыуҙы кәметеү, дәүләт хеҙмәткәрҙәренең файҙаһын күтәреү мәсьәләләре тикшерелде.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың сығышы пленар дискуссияның төп ваҡиғаһы булды. Премьер-министр айырым хәүеф кенә түгел, саҡырыу йөрөткән хәҙерге тормоштоң яңы технологик тәртибе хаҡында һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, яңы технологияларҙың характеры кешене теләһе ниндәй иҡтисади процесс үҙәгенә этәрә. Нәҡ кеше идаралыҡ ҡарарҙарын сығарғанда төп ҡиммәткә һәм ориентирға әйләнә.

— Кеше тарихында ғәҙәти булмаған, тәү ҡарашҡа, фантастик идеяларға була күп нәмә эшләнгәнен беләбеҙ. Тап улар технологик үҫешкә яңы ориентирҙар биргән һәм аҡрынлап йәмәғәт ҡиммәттәре системаһын үҙгәрткән, – тине Дмитрий Медведев. – Бөгөн был процестар ярайһы уҡ тиҙерәк бара. Яңы донъяла ғәмәлдә буласаҡ ҡағиҙәләр әле барлыҡҡа килә генә. Һәм беҙ Рәсәйҙә шарттарға ябай ғына ҡарамаҫҡа тейеш. Беҙ үҙебеҙ уларҙы булдырырға бурыслы. Донъяның үҙгәреүен көтмәҫкә, ә үҙебеҙ үҙгәртергә.

Гайдар форумында туранан-тура төбәктәрҙең мәнфәғәттәренә ҡағылған мәсьәләләр тикшерелә, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

— Был форумда теоретик йәһәттән иҡтисади проблемалар тикшерелә. Теоретиктарҙың, алдынғы иҡтисад аҡыл эйәләренең бөгөн нимә менән шөғөлләнеүҙәрен, был юҫыҡта ниндәй уй-фекерҙәр барлығын, хәҙерге иҡтисади хәлде нисек баһалауҙарын, айырым бер осраҡтарҙы төҙәтеү өсөн төбәк кимәлендә нимә эшләргә кәрәклеген белеү ҡыҙыҡлы, – тине республика Башлығы. – Мине, тәү сиратта, әлбиттә, идара итеү системалары, федераль үҙәктең һәм төбәк власының үҙ-ара мөнәсәбәттәре хаҡында темалар ҡыҙыҡһындара.

http://www.bashinform.ru/news/1104498-rustem-khamitov-prinyal-uchastie-v-gaydarovskom-forume/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть