Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.97

EUR 76.50

15 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең төбәк идаралығында — яңы етәксе вазифаһын башҡарыусы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Андрей Хомяков Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Рәсәй Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе Игорь Артемьев 15 ғинуарҙа тейешле ҡарарға ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр ителә Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең төбәк идаралығы сайтында.

Яңы етәксе вазифаһын башҡарыусыны коллектив менән Рәсәй Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Алексей Доценко һәм Рәсәй Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Дәүләт хеҙмәте идаралығы етәксеһе Екатерина Белоусова таныштырҙы.

Андрей Хомяков алдан Рәсәй Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Хоҡуҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары булып эшләгән.

http://www.bashinform.ru/news/1104471-v-bashkirii-naznachen-novyy-i-o-rukovoditelya-regionalnogo-upravleniya-fas-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть