Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

21 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә тәүгә Digital-ҡоролтай уҙа

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостан тарихында тәүгә 26-27 ғинуарҙа Яҡтыкүл тау саңғыһы курортында Digital-ҡоролтай үтә.

Конференцияла Рәсәйҙең иң яҡшы digital, SMM һәм яңы медиа спикерҙары сығыш яһаясаҡ. Ҡунаҡтарҙы ҡыҙыҡлы лекциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре, «Урал легендаһы» тау саңғыһы мегакубогы һәм күңел асыу саралары көтә.

Сара спикерҙары араһында – эшҡыуар һәм яҙыусы Олег Бармин («Agenda Media», Мәскәү),  «Hello Blogger» ойоштороусыһы Таня Иванова (Санкт-Петербург), топ-блогер Соня Гудим (Силәбе), өфөләр Шамил Вәлиев, Дмитрий Эйгенсон, Рәсәйҙә билдәле иглиз телендәге блогер Сергей Баклыков.

Махсус ҡунаҡтар – яҙыусы Игорь Савельев, экстремаль фотограф Олег Чегодаев, Likes.ru баҫмаһының баш мөхәррире Елена Ғизәтуллина.

http://www.bashinform.ru/news/1104298-v-bashkirii-proydet-pervyy-v-respublike-digital-kurultay-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть