Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

19 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионатының ике этабын ҡабул итә

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Наталья Овчарук/.

Ике көнгә, 27 һәм 28 ғинуарҙа, Өфө мотоуҙыш майҙансығына әйләнә: Башҡортостандың баш ҡалаһы Рәсәй чемпионаты – Суперлиганың өсөнсө һәм дүртенсе этаптарын ҡабул итә. Ярыштар «Төҙөүсе» стадионында үтә.

«Был миҙгелдә Суперлиганың иң яҡшы командаһы исеме өсөн Каменск-Уральскийҙан «ЦТВС-Уралтранстром», Тольяттиҙан «Мега-Лада», Өфөнән «Ғабдрахман Ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре үҙәге» һәм «СКЕ-Вена» – Австрияһы командаһы көрәшә», — тип хәбәр иттеләр республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Рәсәй чемпионатында Николай Красников, Сергей Карачинцев, Дмитрий Колтаков, Эдуард Крысов, Дмитрий Хомицевич, Василий Несытых, Даниил Иванов, Игорь Кононов ҡатнаша.

Ярыш көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Билеттарҙы «Төҙөүсе» стадионы кассаларында алырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1104351-stolitsa-bashkirii-primet-dva-etapa-chempionata-rossii-po-motogonkam-na-ldu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть