Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.75 ↓

EUR 76.05 ↑

16 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Дим юлында тиҙлекте сикләү билдәһе алына

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өфө-Дим трассаһын һәм Затон биҫтәһендә Халыҡтар дуҫлығы проспектын «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» ҡала агломерацияһын комплекслы үҫтереү һәм өҫтөнлөклө проект программаһы буйынса йүнәттеләр. Атап әйткәндә, юл ҡапламы яңыртылды, машиналар өсөн юл киңәйтелде, туҡталыш павильондары һәм кәртәләр ҡуйылды. Хәҙер эшселәр өҫтәмә яһалма яҡтыртыуҙы эшләй.

Алдан Дим юлында сәғәтенә 40 саҡрымға тиклем тиҙлекте сикләү индерелгәйне. Башҡортостандың ЮХХДИ идаралығы тикшергәндән һуң тейешле билдәләрҙе алып ташларға ҡарар итте. Әммә ремонт тамамланмаған участкаларҙа сикләү ғәмәлдә ҡала.

http://www.bashinform.ru/news/1104206-v-ufe-na-demskoy-doroge-snimut-ogranichenie-skorosti/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть