Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

22 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Пермдәге фажиғәнән һуң Башҡортостан мәктәптәрендә хәүефһеҙлек саралары көсәйтеләсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостан мәғариф министрлығы төбәктең көс структуралары менән берлектә дөйөм белем учреждениеларында хәүефһеҙлек системаларын тикшерә башланы. Пермь мәктәбендәге фажиғә менән бәйле унда ла йәнә бер ҡат ҡараласаҡ, кәрәкле урындарҙа хәүефһеҙлек саралары көсәйтеләсәк, тип билдәләне республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова. Тәү сиратта был дөйөм белем биреү учреждениеһы биләмәләренә инеү режимына ҡағыла. Уҡытыусылар берләшмәһенә һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәренә ғәҙәттән тыш һәм ғәҙәти булмаған хәлдә нисек эш итергә кәрәклеген аңлатасаҡтар.

Гөлназ Шафиҡова билдәләүенсә, әлеге ваҡытта республиканың байтаҡ мәктәптәре ашығыс полиция нарядын саҡырыу төймәһе менән йыһазландырылған. Ҡала дөйөм белем биреү ойошмаларының бөтәһе лә тиерлек бинаға инеүҙе контролдә тотоу системаһына эйә һәм видиеокүҙәтеү ҡорамалдары менән йыһазландырылған, һаҡ сигнализацияһы бар. Бынан тыш, уларҙа хәүефһеҙлек өсөн шәхси һаҡ агентлыҡтары яуаплы.

Рәсәй Федерацияһы вице-премьеры Ольга Голодец журналистарға Пермдәге хәлде тикшереү йомғаҡтары буйынса мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү хаҡында ҡарар ҡабул ителеү ихтималлығын хәбәр итте. «Һис шикһеҙ, был осраҡ тулыһынса тикшереләсәк, бында бик етди эш талап ителә, был хәл башҡаса Рәсәйҙә ҡабатланмаҫҡа тейеш. Саралар ҡабул итеү өсөн был осраҡты бәйнә-бәйнә өйрәнәсәкбеҙ һәм уны граждандар берләшмәһе менән тикшерәсәкбеҙ», — тип вице-премьерҙың телмәренән өҙөмтә килтерә ТАСС агентлығы.

Алдан хәбәр иткәнсә, Эске эштәр министрлығы һәм Росгвардия мәктәптәрҙе һәм һаҡ предприятиеларын тикшерә, Дөйөм халыҡ фронты белгестәре мәктәптәрҙә хәүефһеҙлекте анализлаясаҡ.

Дүшәмбе, 15 ғинуарҙа, Пермдең Мотовилихин районындағы 127-се урта мәктәптә ике бәлиғ булмаған үҫмер һалҡын ҡорал менән дүртенсе класс уҡыусыларына һәм уларҙың уҡытыусыһына һөжүм иткән. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә 15 кеше зыян күргән.

http://www.bashinform.ru/news/1104152-mery-bezopasnosti-v-shkolakh-bashkirii-usilyat-posle-tragedii-v-permi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть