Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.89 ↑

EUR 76.05 ↓

17 август, Йома

Уфа   °

Артем Дзюбаның «Өфө» футбол клубына күсеүе ихтимал

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

«Өфө» футбол клубы үҙенә Петербургтың «Зенит» командаһынан һөжүм итеүсе, Рәсәй йыйылмаһы уйынсыһы, спорт мастеры, ике тапҡыр Рәсәй кубогы һәм Рәсәй Суперкубогы эйәһе Артем Дзюбаны саҡыра. Был турала «Радио Зенит» эфирында билдәле спорт комментаторы Геннадий Орлов әйтте. Күренекле белгес һүҙҙәренсә, футболсы Башҡортостан командаһынан саҡырыу алған да инде.

«Өфө» менән вариант бар. Унда Семак эшләй, ул Дзюбаны бик яҡшы белә һәм, әлбиттә, уға уйнарға мөмкинлек бирәсәк. «Өфө» уның менән ҡыҙыҡһына, уны саҡыра», — тип Орловтың телмәренән өҙөмтә килтерә баҫма.

«Өфө»нөң генераль директоры Шамил Ғәзизов Дзюба менән һөйләшеү хаҡында имеш-мимештәргә аңлатма бирмәй. Әле Башҡортостан футболсылары Сергей Семак етәкселегендә Кипрҙа. Ә «Зенит» менән 2020 йылға тиклем килешеү төҙөгән Артем Дзюба командаһы менән Ғәрәп Әмирлектәренә күнекмәләргә китмәгән.

http://www.bashinform.ru/news/1104052-artem-dzyuba-mozhet-pereyti-v-futbolnyy-klub-ufa/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть