Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.75 ↓

EUR 76.23 ↑

15 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙарҙы һәм вафат булғандарҙы иҫәпләнеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республика статистары 2017 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарында тыуған һәм вафат булғандарҙың һанын сағыштырҙы.

Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, уҙған йылдың 11 айында төбәктә 45,2 меңдән ашыу сабый донъяға килгән, 46,2 меңгә яҡын кеше үлгән.

Башҡортостанда һәр мең кешегә 12,2 яңы тыуған сабый һәм 12,4 мәрхүм тура килгән. Һәр мең кешегә үҫеш (кәмеү) -0,2 тәшкил иткән.

Яңы тыуған балалар һәм вафат булғандар һаны буйынса Өфө республиканың ҡала округтары араһында тәүге урында тора, 2017 йылдың ғинуар-ноябрендә бында 13, 2 мең сабый тыуған. 11,1 мең кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.

Муниципаль райондар араһында Белорет районы тыуым буйынса лидер тип танылды, Белорет та инә — яҡынса 1,2 мең сабый. Вафат булғандар һаны ла ошо уҡ районға тура килә — 1,5 мең самаһы кеше.

2016 йылдың ғинуар-ноябрендә Башҡортостанда 51,4 мең бала донъяға ауаз һалған, 47,8 мең кеше мәрхүм булған.

http://www.bashinform.ru/news/1104268-v-bashkirii-podschitali-chislennost-rodivshikhsya-i-umershikh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть