Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

21 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Рәсәйҙә йәйге ялдың иң популяр 10 йүнәлеше иҫәбенә инде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостан Рәсәйҙә йәйге ялдың иң популяр 10 йүнәлеше иҫәбенә инде. Tvil.ru отпуск өсөн торлаҡты ҡуртымға алыу сервисы 2018 йылдың йәйендә ял итеү өсөн иң популяр урындарҙы билдәләне.

Ошо йылдың 15 ғинуарына отелдәргә һәм йорттарға алдан бронь һалыуҙы анализлау йомғаҡтары буйынса 1 июндән 31 авгусҡа тиклем йәшәү өсөн рейтинг төҙөлгән. Был исемлектә Калининград өлкәһе, Байкал һәм Кавказ Минераль Һыуҙары курорттары тәүге урындарҙы биләй.

Сервис мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда туристар йәйгеһен Яҡтыкүлдә ял итеү өсөн уртаса ете төнгә бронь һала һәм йәшәү өсөн тәүлегенә 3,2 мең һум түләй.

Популярлыҡ буйынса Яҡтыкүл йәй көнө Рәсәйҙә ял итеү өсөн иң популяр 10 йүнәлеш исемлегендә алтынсы урынды биләй.

Тәүге унау иҫәбендә:

1. Кисловодск (Ставрополь крайы) — 2,5 мең һум/ 7 төн

2. Пятигорск (Ставрополь крайы) — ике мең һум/ 14 төн

3. Зеленоградск (Калининград өлкәһе) — 2,9 мең һум/ 8 төн

4. Листвянка (Иркутск өлкәһе) — өс мең һум/8 төн

5. Ессентуки (Ставрополь крайы) — 1,6 мең һум/ 14 төн

6. Яҡтыкүл (Башҡортостан Республикаһы) — 3,2 мең һум/ 7 төн

7. Байкальск (Иркутск өлкәһе) — 4,3 мең һум/ 8 төн

8. Осташков (Тверь өлкәһе) — 4,8 мең һум/ 10 төн

9. Лахденпохья (Карелия Республикаһы) — 4,5 мең һум/ 8 төн

10. Таганрог (Ростов өлкәһе) — 2,2 мең һум/ 12 төн.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть