Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.75 ↓

EUR 76.23 ↑

15 август, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә 1-се мәктәптең яңы корпусын төҙөү дауам итә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Өфөлә 1-се мәктәпте реконструкциялау дауам итә (М. Кәрим урамы, 53/55). Ленин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлөш эштәре графикка ярашлы бара. Яңы дүрт ҡатлы корпустың стеналарын һалыу 95 процентҡа тамамланған, ҡыйыҡ — 21, тәҙрәләр — 55, электр монтажлау эштәре — 35, эске биналарҙы биҙәкләү 25 процентҡа әҙер. Яңы корпус 1951 йылда төҙөлгән һәм 2009 йылда авариялы тип танылған ике ҡатлы тәүге мәктәп урынында һалына. Бер үк ваҡытта 1968 йылда төҙөлгән икенсе, биш ҡатлы корпусты, реконструкциялау бара. Әлеге ваҡытта 1-се мәктәп уҡыусылары 2-се башҡорт лицейында белем ала.

1-се мәктәпте төҙөкләндереү проекты буйынса тендер 2016 йылдың ноябрендә үткәрелде, килешеүҙең хаҡы — 524 миллион һум самаһы. Аҡсаны 2016, 2019-2021 йылдарға лимит сиктәрендә ҡала һәм республика ҡаҙнаһы бүлә. Эштәрҙең хаҡынан 30 проценты — 2017 йылдың 31 декабренән дә һуңға ҡалмайынса, ҡалған 70 һәм бүлеп түләгән өсөн проценттар алты ай һайын тигеҙ өлөштәр менән өс йыл буйына түләнә.

Төҙөлөш эштәре 2017 йылдың июнендә башланды һәм 2018 йылдың аҙағына тамамланырға тейеш. 1-се мәктәп 775 балаға белем биреүгә иҫәпләнгән, был элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.

http://www.bashinform.ru/news/1104057-v-ufe-prodolzhaetsya-stroitelstvo-novogo-korpusa-shkoly-1-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть