Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.40 ↓

EUR 75.65 ↑

18 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Республика спорты тәрбиәләнеүсеһе фехтование буйынса Донъя кубогында «алтын» яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Рәсәй рапирасылары фехтование буйынса Донъя кубогы этабы пьедесталының беренсе баҫҡысына күтәрелде. Ярыштарҙы Польша ҡабул итте. Еңеүселәр араһында милли команда составында Башҡортостан спорты тәрбиәләнеүсеһе Анастасия Иванова сығыш яһаны. Ҡыҙ Инна Дериглазова, Марта Мартьянова һәм Светлана Трипанина менән бергә «алтын» яуланы. Финалда рәсәйҙәр итальяндарҙы еңде – 45:39.

1/8-ҙә Рәсәй рапирасылары Украинаны еңде – 45:31, сирекфиналда спортсыларыбыҙ донъя беренселеге хужаларынан, Польша командаһынан (45:40) һәм Венгрия йыйылмаһынан (45:40) көслөрәк булып сыҡты. Ярымфиналда Анастасия Иванова башҡа рапирасылар менән бергә итальян (45:35) һәм немец ҡыҙҙарын (42:31) артта ҡалдырҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1104030-vospitannitsa-bashkirskogo-sporta-zavoevala-zoloto-kubka-mira-po-fekhtovaniyu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть