Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

20 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан театры Мәскәүҙәге Мюзик-Холда сығыш яһай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Туймазы татар драма театры Мәскәүҙә сығыш яһай. Гастролдәр1 һәм 2 февралдә Мәскәүҙәге Мюзик-холл сәхнәһендә уҙа. Башҡортостан театры илебеҙҙең баш ҡалаһы тамашасыларына «Еҙнәкәй» һәм «Түтәйҙәр» спектаклдәрен тәҡдим итә.

Хәбибулла Ибраһимовтың ике бүлектән торған «Еҙнәкәй» музыкаль комедияһы (ҡуйыусыһы — Илнур Муллабаев) уңған ауыл егете Ғиззәт тураһында бәйән итә. Ярлылыҡтан тамам туйған Ғиззәт исемле йәш егет эш эҙләп ҡалаға килә һәм тиҙ генә үҙенә кәрәкле эш таба. Уға байыу өсөн еңел, ымһындырғыс мөмкинлек асыла: егеткә байҙың кейәүгә сығырға хыялланған ҡыҙы күҙ һала. Төп герой ҡотҡоға бирелерме әллә уға ҡаршы тора алырмы? «Еҙнәкәй» комедияһын халыҡсан юмор, һоҡланғыс бейеүҙәр биҙәй, матур йырҙар яңғырай. Рәссам-сценограф — Валерий Яшкулов, композитор — Илшат Яхин, хореограф — Сулпан Асҡарова.

Александр Коровкиндың «Түтәйҙәр» комедияһында (ҡуйыусыһы — Зиннур Сөләймәнов) иғтибар үҙәгендә — матур, боронғо йорт, унда пенсия йәшендәге апалы-һеңлеле йәшәй. Төп героиняларҙың ҡарт олатаһы һалған өй тарихи иҫтәлек булып тора. Мираҫҡа ҡалған ошо зиннәтле йорт ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан. Уны урындағы чиновниктарҙан башлап һәммәһе лә үҙләштерергә, апалы-һеңлеләрҙе алдарға һәм ҡала ситендәге бер бүлмәле фатирға күсерергә, йортто иһә тыуған оялары хаҡында хыялланған туғандарына ҡиммәтерәккә һатырға тырыша.

http://www.bashinform.ru/news/1103881-teatr-iz-bashkortostana-vystupit-na-stsene-moskovskogo-myuzik-kholla/

Теги: театрҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть