Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

22 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Рәсәй матбуғаты көнө хөрмәтенә журналистар бүләкләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Башҡортостандың баш ҡалаһында, «Башинформ» агентлығының конференц-холында Рәсәй матбуғаты көнөнә тантаналы сара уҙҙы. Йола буйынса 13 ғинуарҙа билдәләнгән байрамға республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, журналистар, нәшриәтселәр һәм полиграфистар йыйылды.

«Республиканың киң мәғлүмәт саралары өсөн йыл уңышлы булды. Республиканың төп телеканалы – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы мотлаҡ каналға әйләнде һәм уны бөтәһе лә ҡарай ала, ул «Бирешмә» йәштәр телесериалын төшөрҙө. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бик күп яңы продукттары бар, улар хәҙер Волга буйы федераль округында дәүләт интернет-агентлыҡтары араһында аудитория буйынса беренсе урынды биләй», — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.

Сара сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, Рәсәй Федерацияһы Журналистар союзының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары тапшырылды.

Еңеүселәрҙе «Ҡош юлы» республика бард йыры конкурсы еңеүсеһе Тимур Ямалов ҡотланы.

http://www.bashinform.ru/news/1103819-v-stolitse-bashkortostana-nagradili-zhurnalistov-v-chest-dnya-rossiyskoy-pechati/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть