Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

21 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда психоневрология диспансеры пациенты үҙен яндырырға маташҡан

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Дүшәмбе, 15 ғинуарҙа, Рәсәй Тәфтиш комитетының төбәк идаралығына тән ағзаһын ғәрипләү акты тураһында хәбәр килде. Шаһиттар әйтеүенсә, Ишембайҙа йәшәгән 39 йәшлек ир ҡала майҙанында кейемен сисеп, бензин һипкән, һуңынан үҙен яндырған. Тәне бешкән ир дауаханаға оҙатылған.

«Әлеге осраҡ буйынса һаулыҡҡа зыян килтереүҙең сәбәптәрен асыҡлау өсөн Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 110-сы статьяһында (үҙ-үҙен үлемгә дусар итеү) ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, — тип аңлатма бирҙеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә. — Тәфтишселәргә үҙ-үҙенә ҡул һалыуға кем мәжбүр иткәнлеген йәки башҡа сәбәптәр бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлау бурысы тора. Быға тиклем зыян күргән кешенең тәфтиш идаралығына һәм территориаль тәфтиш идаралығына мөрәжәғәт итмәүе билдәле.

Башҡортостан юлдаш телеканалы мәғлүмәттәре буйынса, бынан алда ир психоневрология диспансерына мөрәжәғәт иткән.

http://www.bashinform.ru/news/1103991-v-bashkirii-patsient-psikhonevrologicheskogo-dispansera-pytalsya-podzhech-sebya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть