Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

21 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов «Йыл кешеһе» конкурсы еңеүселәре менән осрашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Йыл кешеһе» конкурсында еңеүселәр менән осрашты. Уны «Республика Башкортостан» гәзите редакцияһы 2017 йылда бишенсе тапҡыр уҙғарҙы.

— Ошо бүлмәлә йыйылғандарға беҙҙе уратып алған ысынбарлыҡҡа, хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләргә вайымлы мөнәсәбәттәре өсөн рәхмәт әйтәһем килә, – тине төбәк етәксеһе. – Бөгөнгө белгестәр даирәһе бик киң – ғалимдар, эшҡыуарҙар, ауыл эшсәндәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар. Енәйәтсе булыуы ихтимал кешене тоторға ярҙам итеп, билдәле бер кимәлдә батырлыҡ күрһәткән йәш быуын вәкилдәре ла бар.

Баймаҡ районынан пенсионер Фәйзрахман Усманов әңгәмә барышында тирә-яҡ мөхитте һаҡлау темаһын күтәрҙе. Уның башланғысы буйынса «Таҙа Һаҡмар» тигән ҙур экологик акция ойошторолған. Район халҡы шишмәне таҙартҡан, Һаҡмар буйын тәртипкә килтергән, ял итеү урынын кәртәләп алған.

Ә Учалы районынан 92 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәрифулла Зөлҡәрнәев үҙ аҡсаһына йүкә аллеяһын ултыртҡан һәм мәсет эргәһен төҙөкләндергән.

Конкурс лауреаттары – Асҡын ауылынан Альбина Фәтихова һәм Дыуан районынан Сергей Сирота үҫеп килгән быуынға аң-белем таратыу эше менән шөғөлләнә. Альбина Фәтихова мәктәптә биология уҡытыусыһы булып эшләй, уҡыусыларҙың экология белеменә ҙур иғтибар  бүлә. Бынан тыш, һуңғы ваҡытта ул селекция эше менән ҡыҙыҡһына башлаған һәм ябай булмаған климат шарттарына ҡарамаҫтан, груша һәм алма үҫтереп, уларҙан бай уңыш алған.

Геолог Сергей Сирота үҙ йортонда геологик музей ойошторған. Унда 10 меңдән ашыу экспонат тәҡдим ителгән. Улар иҫәбендә – уникаль тау тоҡомо өлгөләре. Урындағы мәктәп уҡыусылары өсөн геолог бөтөнләй бушлай танып белеү экскурсиялары уҙғара. Шуның менән бергә экспонатар менән тағы күберәк уҡыусылар таныша алһын өсөн музейҙы яҡындағы мәктәптәрҙең береһендә урынлаштырырға тәҡдим иткән.

Осрашыуҙа тораҡ пунктарында юлдарҙы һәм күперҙәрҙе йүнәтеү, заманса медицина препараттары әҙерләү, халыҡ ижадына һәм стрит-артҡа ярҙам итеү, хәйриәлек мәсьәләләре тикшерелде.

— Бөгөн залда ысынлап-та үҙенсәлекле кешеләр йыйылған. Республиканың үҫеше өсөн бөтә йөрәге һәм күңеле менән янып-көйгән кешеләрҙең күп булыуы бик һәйбәт, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов – Ошондай кешеләр ҡатламын үҫтерергә кәрәк. Уларҙа йәмғиәт тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йыл һайын уҙғарылған «Йыл кешеһе» конкурсында «Республика Башкортостан» гәзитендә мәҡәләләр геройҙары – төрлө эшмәкәрлек өлкәһе вәкилдәре ҡатнаша. Әүҙем ижтимағи ҡараш, үҙ коллективы, республика һәм ил үҫешенә индергән өлөш һайлап алыу талаптары булып тора. Конкурсҡа йомғаҡ яһауҙа журналистар менән берлектә гәзит уҡыусылары ҡатнаша. Улар телефон аша шылтыратып, хаттар һәм баҫма сайтында аңлатмалар яҙып, бәйгеселәр хаҡында иң билдәле мәҡәләләрҙе баһалай.

http://www.bashinform.ru/news/1103945-rustem-khamitov-vstretilsya-s-pobeditelyami-konkursa-chelovek-goda/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть