Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.75 ↓

EUR 76.23 ↑

15 август, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө егете Семен Елистратов шорт-трек буйынса Европа чемпионатында тағы өс миҙал яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Өс «көмөш» һәм бер «бронза». Шундай һөҙөмтә менән Өфө спортсыһы Семен Елистратов Германияң Дрезден ҡалаһында шорт-трек буйынса Европа чемпионатын тамамланы.

Башҡортостандың баш ҡалаһынан 27 йәшлек конькиҙа йүгереүсе 1000 метр арауыҡта Рәсәй йыйылмаһында тәүге көмөш миҙалды яуланы, икенсене – 1500 метрҙа, өсөнсөнө – ярыш йомғаҡтары буйынса. Елистратов күпбәйгелә «бронза» алды.

Семен Елистратов Виктор Ан, Александр Шульгинов һәм Денис Айрапетян менән бергә 6 минут 36,273 секунд һөҙөмтә күрһәтеп, финишҡа икенсе булып килде. Шуның менән улар Нидерланд квартетына ғына биреште, ә Венгрия командаһын уҙып китте.

http://www.bashinform.ru/news/1103865-ufimets-semen-elistratov-zavoeval-eshche-tri-medali-chempionata-evropy-po-short-treku/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть