Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

22 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошо хаҡында хәбәр итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү буйынса идаралығы алдағы өс көнгә һауа торошо фараздарын тәҡдим итте.

Синоптиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан, уртаса. Һауа температураһы көндөҙ – 5-10 градус һыуыҡ.

17 ғинуарҙа синоптиктар ваҡыты менән бер аҙ ҡар яуыуын фаразлай. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә – 9-14 градус һыуыҡ, аяҙытҡанда минус 20 градус. Көндөҙ – 5-10 градус һыуыҡ, урыны менән минус 15.

18 ғинуарҙа ваҡыты бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы төндә – 13-14 градус, аяҙытҡанда 25 градус һыуыҡ. Көндөҙ -9-14, урыны менән 19 градус һыуыҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1103997-sinoptiki-bashkirii-soobshchili-prognoz-pogody-na-blizhayshie-tri-dnya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть