Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

22 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Дәүләт Думаһы туған-тыумасаларҙы реанимацияға индереү-индермәү мәсьәләһен хәл итәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Дәүләт Думаһына «Рәсәй Федерацияһында һаулыҡ һағы нигеҙҙәре тураһында»ғы федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында закон проекты тапшырылды. Ул медицина хеҙмәткәрҙәрен пациенттың туған-тыумасаларын һәм вәкилдәрен реанимацияға йәки интенсив терапия палатаһына индерергә бурыслы итә. Был турала федераль киң мәғлүмәт саралары яҙа. Әлегә ауыр хәлдәге пациенттарға уларҙы күрергә килеүселәрҙе индереү-индермәү мәсьәләһен дауахана етәкселеге хәл итә.

«Газета.ру» баҫмаһы белгестәре былай тип аңлата: Рәсәйҙә санитария режимы стериллек иҫәбенә һаҡлана (икенсе илдәрҙә дауаханаға ингәндә зарарһыҙландыралар). Шуға күрә был законға махсус шарттар әҙерләргә тура киләсәк. Дөйөм алғанда, һорау алғандарҙың күбеһе пациент өсөн яҡындарының ярҙамы бик мөһим, шуға ауырыу янына инеүгә рөхсәт бирергә кәрәк тип иҫәпләй.

http://www.bashinform.ru/news/1103813-gosduma-reshit-stoit-li-puskat-rodstvennikov-v-reanimatsiyu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть