Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

19 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ауыл тренеры көрәш буйынса чемпиондар әҙерләй

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 16 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Туймазы районының Илсембәт ауылы мәктәбе ҡарамағындағы спорт секцияһында көрәш буйынса 40 йыл тәжрибәгә эйә Рафаил Хисмәтуллин 28 үҫмерҙе һәм йәш егетте көрәшкә өйрәтә. 2017 йылда уның өс тәрбиәләнеүсеһе юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, Рәсәй һәм Башҡортостан чемпиондары булды. Уларҙың берәүһе, Наил Хәйбрахманов яҡын ваҡытта донъя чемпионатында Туймазы районының һәм республиканың данын яҡлаясаҡ.

Илсембәт ауылы мәктәбенең «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Балалар спорты» проекты сиктәрендә яңыртылған спорт залында даими рәүештә ярыштар уҙғарылып тора. Уҙған ял көндәрендә көрәш буйынса сираттағы асыҡ турнир үтте. Ярышта Туймазы һәм Шаран  райондарынан, шулай уҡ Татарстандың Ютаҙы районынан 70 көрәшсе ҡатнашты.

Турнир һөҙөмтәләре буйынса төрлө ауырлыҡ һәм йәш категорияларында көслө спортсылар асыҡланды. Команда беренселегендә Илсембәт ауылы көрәшселәре еңде, ютаҙылар икенсе урын яуланы, Түбәнге Бишенде спортсылары – өсөнсө, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1103712-v-bashkirii-selskiy-trener-gotovit-chempionov-po-borbe-kuresh/

Теги: көрәш
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть