Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

25 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда автомобиль юлдарындағы хәл тураһында мәғлүмәт иғлан ителде: ҡара боҙ булыуы ихтимал

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Юлсылар республика юлдарындағы хәл тураһында оператив мәғлүмәт бирҙе. Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәтенә ярашлы, 15 ғинуарҙа автомобиль юлдарында боҙлауыҡ күренештәре һаҡлана, ҡара боҙ булыуы ихтимал. Был — үтә күренеүсән боҙҙан торған боҙлауыҡ ҡатламы. Ул юлда ҙур хәүеф менән янай.

Шулай уҡ ведомствола автомобиль юлдарында тоташыу коэффициенты 0,25-тән кәм булған хәүефле йүнәлештәрҙе атанылар (нормала 0,3-тән кәм түгел). Улар:

— Бәләбәй-Николаевка-Туймазы-Баҡалы (Баҡалы районы),

— Борай-Иҫке Балтас-Куеда (Тәтешле районы),

— Кропачев-Мәсәғүт-Әчит (Салауат районы),

— М-5 «Урал» Шишмә — Аксенов — Ҡырғыҙ -Миәкә (Дәүләкән районы),

— Магнитогорск-Ира (Йылайыр районы),

— Талбазы-Красноусол (Ғафури районы),

— Өфө-Бөрө-Яңауыл (Благовещен, Борай райондары),

— Өфө-Инйәр-Белорет (Белорет районы) юл участкалары.

http://www.bashinform.ru/news/1103801-v-bashkirii-ozvuchena-operativnaya-svodka-o-situatsii-na-avtodorogakh-vozmozhen-chernyy-led/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть