Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 68.22 ↑

EUR 77.65 ↓

14 август, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Олег Матыцин вице-премьер булыуҙан туҡтаны

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы республиканың тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыуҙы Олег Матыцинға йөкмәтеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 2017 йылдың сентябренән алып ул тулы хоҡуҡлы вәкиллеккә ваҡытлыса етәкселек итә ине. Ошо уҡ указ менән Олег Матыцин вице-премьер вазифаһынан бушатылды, алдан хәбәр ителгәнсә, премьер-министрҙың яңы урынбаҫары һәм Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты етәксеһе итеп быға тиклем республика башлығы аппараты хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе булып эшләгән Андрей Трухан тәғәйенләнде.

Мәскәү өлкәһендә тыуған 47 йәшлек Олег Матыцин Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә 1998 йылдан алып эшләй, ул бында хеҙмәт эшмәкәрлеген йылылыҡ пункты операторы булып башлаған. Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технология университетын, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть