Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

20 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккей клубы тарихында иң яҡшы бомбардир Владимир Быков вафат булды

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Йәкшәмбе кис, 14 ғинуарҙа, Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей клубы тарихында иң яҡшы бомбардир Владимир Быков арабыҙҙан китте. Билдәле һөжүмсегә 68 йәш ине. Был хаҡта клубтың рәсми сайтында хәбәр ителә.

Форвард 14 йәшенән алып: 1965 йылдан 1979 йылға тиклем «Салауат Юлаев» өсөн сығыш яһаны. Быков Өфө боҙ дружинаһы өсөн 342 шайба индерҙе. Хоккейсы карьераһын тамамлағас, Владимир Викторович үҙ хоккей командаһында тренер, 2009 йылдан «Толпар» начальнигы вазифаһында эшләне.

Легендар хоккейсы менән хушлашыу 16 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә Спорт һарайында уҙа.

http://www.bashinform.ru/news/1103704-umer-luchshiy-bombardir-v-istorii-khk-salavat-yulaev-vladimir-bykov-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть