Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.18 ↑

EUR 76.72 ↓

21 август, Шишәмбе

Уфа   °

2018 йылда беҙҙең алда өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса күпселек мәсьәләләрҙе хәл итеү бурысы тора – Рөстәм Хәмитов

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2018 йылда республика властарына хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлауға бәйле мәсьәләләрҙең күпселек өлөшөн хәл итергә кәрәк. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта белдерҙе.

Төбәк етәксеһе уҙған йылда намыҫһыҙ төҙөүселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу буйынса ҡаты саралар күреүҙәрен хәбәр итте. Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын боҙоуға бәйле 10 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

– Бөгөн 3 мең самаһы ғаиләнең торлаҡ алмау йәһәтенән хәүеф зонаһында ҡалғанлығы барыһына ла яҡшы билдәле. Кешеләр аҡса һалып, йылдар буйына көтә – һәм бер нәмә лә алмай. Торлаҡ төҙөүгә бәйле булмаған объектив һәм аҡса йыйып, улар менән билдәһеҙ йүнәлештә юғалыуға бәйле субъектив сәбәптәр ҙә бар, әлбиттә,  – тине Рөстәм Хәмитов. – Дөйөм тырышлыҡ менән хәлде үҙгәртә алырбыҙ, тип уйлайым. 2018 йылда беҙ ошо мәсьәләләрҙең күпселек өлөшөн ябырға бурыслы. Ошондай енәйәттәргә ҡаршы әүҙем көрәш алып барырға, уларҙы иҫкәртергә кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1103502-v-2018-godu-my-obyazany-reshit-bolshinstvo-voprosov-po-zashchite-prav-dolshchikov-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть