Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.40 ↓

EUR 75.65 ↑

18 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Семен Елистратов шорт-трек буйынса Европа чемпионатында көмөш миҙал яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфөнән Семен Елистратов шорт-трек буйынса Европа чемпионатында 1000 метрлыҡ арауыҡта көмөш миҙал яуланы. Ир-егеттәр ярышы Дрезден ҡалаһында уҙҙы.

Еңеүсе – Голландия спортсыһы Шинки Кнегт. Көмөш миҙалға Рәсәйҙән Семен Елистратов лайыҡ булды, тип хәбәр итә «Советский спорт» гәзите. Бронза Латвия вәкиле Роберто Пунктиста. Тағы бер илебеҙ спортсыһы Виктор Ан 17-се урынды алды.

Күпбәйгелә Кнегт дүрт төрҙөң өсәүһенән һуң еңеүсе булды. Елистратов икенсе урынды биләй, Ан – өсөнсө.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙан ошо уҡ арауыҡта Арианна Фонтана (Италия) еңде. Рәсәйҙән Екатерина Константинова дүртенсе урынды яуланы.

http://www.bashinform.ru/news/1103567-semen-elistratov-zavoeval-serebro-na-chempionate-evropy-po-short-treku/

Теги: шорт-трек
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть