Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.81

EUR 75.32

21 октябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Яңы йыл шыршыларын законһыҙ ҡырҡыуҙан зыян 3,4 миллион һум тәшкил иткән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығында 2017 йылдың 27 ноябренән 31 декабренә тиклем уҙғарылған «Шыршы-2017» операцияһына йомғаҡ яһалды. Полиция һәм һалым органдары вәкилдәре менән берлектә Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеү эше алып барҙы.

Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә 107 законһыҙ урман, шул иҫәптән ылыҫлы йәш ағастар ҡырҡыу осрағы асыҡланған. Урман ҡырҡыусыларҙың законһыҙ эшмәкәрлеге арҡаһында 903 йәш ағас зыян күргән.

64 осраҡ административ тәртиптә ҡаралған, 43 законһыҙ ҡырҡыу осрағы Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы буйынса («Урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу») енәйәт эше ҡуҙғатыу өсөн сәбәпсе булған. Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, урман фондына килтерелгән дөйөм зыян күләме 3,4 миллион һумдан артҡан.

http://www.bashinform.ru/news/1103456-ushcherb-ot-nezakonnoy-vyrubki-novodnikh-elok-sostavil-3-4-mln-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть