Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.97

EUR 76.50

15 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалалағы Комаров урамында еңел машина пассажир автобусына бәрелгән – видео

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

15 ғинуарҙа иртән Комаров урамындағы күперҙә авария теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Хендай Акцент» автомобиле «НефАЗ» пассажир автобусына бәрелгән.

Ваҡиға урынынан видео «БашДТП» берләшмәһендә баҫылған. Кадрҙарҙан күренеүенсә, бәрелеү һөҙөмтәһендә автомобиль металл өйөмөнә әүерелгән. Водитель салонда ҡыҫылып ҡалған.

Авария урынында баш ҡаланың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм тиҙ ярҙам медиктары эшләй.

Зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт аныҡлана. «Башинформ» агентлығына Өфөләге Дәүләт автоинспекцияһы бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, һәләк булғандар юҡ.

Шаһиттар яҙыуынса, аварияла өсөнсө  ҡатнашыусы — тағы бер еңел автомобиль бар.

http://www.bashinform.ru/news/1103626-v-ufe-na-ulitse-komarova-legkovushka-protaranila-passazhirskiy-avtobus-video/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть