Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

25 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә эш хаҡы буйынса 580 миллион һумдан ашыу бурыс бөтөрөлгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2017 йылда Башҡортостанда республика прокуратураһы ҡыҫылышында эш хаҡы буйынса 580 миллион һумдан ашыу бурыс бөтөрөлгән. Был турала Рәсәй Федерацияһының Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта Башҡортостан прокуроры Андрей Назаров хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, 780 миллион һумдан ашыу эш хаҡы буйынса бурысы булған 300-гә яҡын эш биреүсе асыҡланған. 580 миллион һумдан ашыу бурыс ҡапланған.

Прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, Башҡортостан Башлығы был эшмәкәрлек йүнәлешенең мөһимлеген билдәләне.

— Һеҙҙең хеҙмәт хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү, пенсиялар һәм пособиелар билдәләү йәһәтенән хеҙмәт һәм социаль ҡануниәтте үтәүҙе күҙәтеүгә ҙур иғтибар бүлә, – тине төбәк етәксеһе. – Прокуратура ярҙамынан тыш, эш хаҡы буйынса бурыс түләү мәсьәләләрен хәл итә алмаҫ инек. Был йәһәттән артабан да бергәләп эш итергә кәрәк, сөнки эш хаҡы менән бәйле мәсьәләләрҙә бер ғәйебе булмаған кешеләр яфалана.

http://www.bashinform.ru/news/1103525-v-bashkortostane-likvidirovano-bolee-580-mln-rubley-dolgov-po-zarplate/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть