Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.59 ↑

EUR 72.18 ↑

24 май, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнән Кристина Спиридонова фристайл буйынса Донъя кубогында көмөш миҙал яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Өфөнән 19 йәшлек спортсы Американың Дир Вэлли ҡалаһында үткән фристайл буйынса Донъя кубогы этабында призер булды. Кристина Спиридинова «акробатика» дисциплинаһында көмөш миҙал яуланы.

«Спиридонова тотороҡло сығыш яһарға, финалға сығырға өйрәнде, был ҡыуандыра. Ул үҙен спортта ышаныслы тота башланы, миҙгелдә тигеҙ генә сығыш яһай. Әҙерләнгән саҡта кәрәкле мәсьәләләр өҫтөндә эшләй алдыҡ. Бәлки ул Мэнтао кеүек (Ҡытайҙан этапта еңеүсе Сюй) ҡатмарлы һикереү элеметтарын башҡармаһа ла, әммә стабиль эшләй, ә акробатикала был иң мөһиме», — тип Рәсәй йыйылмаһының баш тренеры Александр Долговтың телмәренән өҙөмтә килтерә «РИА новости» агентлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был Кристина Спиридонованың ағымдағы миҙгелдә икенсе миҙалы инде. Декабрҙә Башҡортостан вәкиле Ҡытайҙа Донъя кубогы этабында өсөнсө булды.

http://www.bashinform.ru/news/1103476-ufimka-kristina-spiridonova-zavoevala-serebro-kubka-mira-po-fristaylu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть