Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.26 ↓

EUR 72.23 ↑

23 май, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов прокуратура хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Уҙған көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны. Республика етәксеһе Башҡортостандың прокуратура коллективын һөнәри байрамы менән ҡотланы һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың иғтибарын талап иткән төп эш йүнәлештәрен билдәләне.

— Законды, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙа намыҫлы хеҙмәтегеҙ, һөнәри оҫталығығыҙ өсөн рәхмәт әйтәһем килә, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һәр ҡайһығыҙҙың белдеклелегенән, яуаплылығыҙҙан иҡтисади һәм социаль өлкәләрҙә, коррупция менән бәйле енәйәт эштәрендә енәйәт, хоҡуҡ боҙоуға, экстремизмға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлегеге тора. Көндәлек эшегеҙ менән йәмәғәт тотороҡлоғон, дәүләттең граждандарҙың конституция хоҡуҡтарын яҡлау һәләтендә уларҙың ышаныслылығын нығытыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ.

Республика прокуратураһы алдындағы бурыстар иҫәбендә Башҡортостан Башлығы енәйәт һәм коррупция менән көрәште, енәйәти суд эштәрен башҡарыу, граждандарҙың хеҙмәт, социаль, торлаҡ хоҡуҡтарын яҡлау кеүек өлкәләрҙә закондың үтәлешен күҙәтеүҙе атаны. Уның һүҙҙәренсә, бизнесҡа административ баҫымды кәметеү буйынса эште дауам итеү зарур.

— Мөһим дәүләт программаларын тормошҡа ашырыуҙа, ҙур бурыстарҙы үтәүҙә булған уңыштар прокуратура органдарының һөҙөмтәле эшенән тыш, бөтә өлкәләрҙә юғары башҡарыу дисциплинаһын тәьмин итмәй, хоҡуҡ нормаларын мотлаҡ үтәмәй мөмкин түгел. Артабан да һеҙҙең ярҙамығыҙға, теләһе ниндәй законһыҙлыҡ күренештәрен һәм граждандарҙың хоҡуҡтарын боҙоуҙы туҡтатырға әҙер булыуығыҙға иҫәп тотам, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. –  Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ – бик яуаплы һәм мөһим. Тағы ла ҡабатлайым, прокуратураға таянып, төрлө кимәлдәге власть уңышҡа өлгәшә, алға китә ала. Тик шулай ғына, башҡа варианттар юҡ. Һеҙ эштең бөтә даирәләрендә лә законлыҡты, хоҡуҡ тәртибен тәьмин итәһегеҙ. Һис шикһеҙ, беҙ быны ҡәҙерләйбеҙ, аңлайбыҙ һәм артабан да бергәләп эшләрбеҙ.

Республика Башлығы шулай уҡ дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республика прокуратураһын 1989-1995 йылдарҙа етәкләгән икенсе класс дәүләт юстиция советнигы Владимир Кадонцев «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

http://www.bashinform.ru/news/1103303-rustem-khamitov-pozdravil-rabotnikov-prokuratury-s-professionalnym-prazdnikom/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть