Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.75 ↓

EUR 76.23 ↑

15 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда беренсе бала өсөн пособие яҡынса 8,9 мең һум тәшкил итәсәк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Йәш ғаиләләргә яңы ярҙам саралары араһынан ил етәкселегенең беренсе бала тыуғанда йәшәү минимумы суммаһын түләү тураһындағы ҡарары ҙур яңғыраш алды. 10,5 мең һум тигән һан аталғайны. Әммә ул ил буйынса уртаса һан, тип билдәләне «Российская газета» баҫмаһы менән «Эшлекле иртәнге аш»та республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Социаль ведомство етәксеһе аңлатыуынса, закон проектында һәр төбәктә үҙендә билдәләнгән йәшәү минимумы суммаһы түләнәсәк. Республикала ул – 8 892 һум.

«Был аҡсаға республикала йән башына уртаса килеме эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумы күләменән 1,5 тапҡыр түбән ғаиләләр дәғүә итә ала. 2017 йылдың икенсе кварталы өсөн йәшәү минимумы, йәғни 9 498 һум нигеҙ итеп алына. Уны 1,5 тапҡырға ҡабатлайбыҙ һәм 14 247 һум килеп сыға. Ғаиләлә өс кеше – әсәй, атай, бала булғанда һәм дөйөм килем 42 741 һумдан артмаһа пособие юлларға мөмкин. Дөйөм сумма, шартлы рәүештә әйткәндә, өс һумға күберәк булғанда пособие түләнмәй. Түләнгән түгел, ә һалымға тотоп ҡалынғанға тиклем иҫәпләнгән сумма күң уңында тора. Килем айҙан-айға үҙгәреп торғас, ул кәмегән осраҡта кешенең пособие алыуға хоҡуғы барлыҡҡа килә. Пособие бер йылға тәғәйенләнә, ә ярты йылдан йәшәү минимумында һәм ғаилә килемендәге үҙгәрештәр менән бәйле яңынан ҡарала», — тип аңлатты Ленара Иванова.

http://www.bashinform.ru/news/1103005-v-bashkirii-vyplata-na-perventsa-sostavit-okolo-8-9-tysyach-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть