Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.95 ↓

EUR 70.53 ↑

22 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Кәкүк-әсәләр: Өфөлә 59 ҡатын яңы тыуған сабыйынан баш тартырға булған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөнөң опека һәм попечителлек идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылда 59 ҡатын яңы тыуған сабыйынан баш тартырға теләк белдергән. Яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыуҙы иҫкәртеү хеҙмәтенең эш һөҙөмтәһендә 39 баланы ғаиләлә ҡалдырып булған. Былтыр 39 баш тартыу ниәте теркәлгән, 25 ҡатын кире уйлап, балаларын ғаиләләренә алған.

Белгестәр фекеренсә, төрлө социаль һәм психологик сәбәптәр комплексы әсәнең сабыйынан баш тартыуға этәрә. Өфөлә 2014 йылдан алып яңы тыуған сабыйҙарҙан баш тартыуҙы иҫкәртеү хеҙмәте баланы үҙ ғаиләһендә һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Бәпесләгән ҡатындың сабыйын ҡалдырып китеү ниәте тураһында хәбәр алғас та белгес бала табыу йортона юллана. Баланан баш тартыу сәбәптәре асыҡлана, беренсел консультация уҙғарыла, ҡатындың хәле, уның ғаиләһе, яҡындары тураһында мәғлүмәт йыйыла, мөмкин булған ресурстар асыҡлана. Ҡатын риза булғанда уның һәм ғаиләһе менән реабилитациялау уҙғарыла. Оҙатыу эше өс ай дауамында бара, әммә ике йылға саҡлы оҙайтылыуы ихтимал.

http://www.bashinform.ru/news/1103115-materi-kukushki-v-ufe-59-zhenshchin-reshili-otkazatsya-ot-svoikh-novorozhdennykh-detey/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть