Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.66

EUR 72.11

28 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Күмертау заводы Балтика флотына яңыса ҡоролған Ка-27М вертолетын оҙатты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Балтика флотына тәүге яңыса ҡоролған һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы Ка-27М вертолеты килде. Был турала федераль киң мәғлүмәт саралары хәбәр итә. Яҡын арала шундай уҡ типтағы икенсе машинаның килеүе көтөлә, һуңынан һынау осоштары һәм осоусы ҡоролмаларҙы палубаға ултыртып ҡарау башлана.

Модернизация эше «Рәсәй вертолеттары» концерны бүлексәһендә — Күмертау авиация предприятиеһында башҡарылған. Бынан тыш, КүмАПП Тымыҡ океан һәм Төньяҡ флоттары өсөн бер нисә Ка-27М вертолеты әҙерләгән. Төрлө модификациялы күп маҡсатлы Ка-27 тибындағы вертолеттар Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флотындағы диңгеҙ авиацияһында вертолет бүлексәләренең төп өлөшөн тәшкил итә. Улар диңгеҙҙә һауа разведкаһы, караптар төркөмдәрен һыу аҫты кәмәләренән һаҡлау, һыу аҫты кәмәләрен һәм караптарҙы эҙләү, асыҡлау, күҙәтеү һәм юҡ итеү, диңгеҙҙә һәләкәткә тарыған экипаждарҙы эҙләү һәм ҡотҡарыу эшен башҡара.

Күмертау предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2017 йылдың декабрендә ойошма флотҡа караптарҙа эшләүгә нигеҙләнгән тағы ике еңел күп маҡсатлы Ка-226Т вертолетын тапшырҙы (ҡоро ерҙәге төрөнән айырмалы рәүешә караптар өсөн Ка-226Т вертолеты төп винт баштарын бөкләп ҡуйыу системаһына эйә). Шулай уҡ уҙған йылдың аҙағында КүмАПП Ҡытай Халыҡ Республикаһының Циндао ҡалаһы Йәмәғәт именлеге идаралығының Янғын һүндереү хеҙмәте өсөн ике уртаса күп маҡсатлы Ка-32А11ВС вертолетын эшләп бөттө. Машиналар ҡала шарттарында янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу операцияларын башҡарыу өсөн файҙаланыласаҡ.

http://www.bashinform.ru/news/1102863-kumertauskiy-zavod-postavil-baltiyskomu-flotu-modernizirovannyy-vertolet-ka-27m/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть