Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.75 ↓

EUR 76.05 ↑

16 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ипотека буйынса ставканы 6 процентҡаса кәметеү яҡлы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

2022 йылға ипотека кредитлауы ставкаһының йылына 6 процентҡа тиклем төшөүе ихтимал, тип белдерҙе Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень. Был хаҡта «Известия» гәзите хәбәр итә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 ғинуарҙа Рәсәй Хөкүмәте 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып 2022 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа заемсыларҙың икенсе йә иһә өсөнсө балаһы тыуғанда өс йәки биш йыл дауамында ипотека буйынса ставканы 6 процентҡа тиклем субсидиялау ҡағиҙәләрен раҫланы. Программа беренсел баҙарҙа торлаҡ һатып алғандарға һәм элекке кредиттарын рефинансларға теләгәндәргә ҡағыла.

«Беҙ ваҡиғаларҙың нисек үҫешеүен ҡарайбыҙ. Программа тамамланыуға ипотека ставкаһының 6 процентҡаса түбәнәйеүе мөмкин» — тип билдәләне Михаил Мень.

Уның һүҙҙәренсә, ставканы субсидиялау программаһында 620 мең ғаиләгә ҡатнашыу мөмкинлеге бар. 730 ғаилә булған ипотека кредитын рефинанслай ала.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2017 йылда Рәсәйҙә яҡынса 2 триллион һумлыҡ 1 миллиондан ашыу ипотека кредиты бирелгән.

http://www.bashinform.ru/news/1102812-minstroy-ne-isklyuchil-snizhenie-stavki-po-ipoteke-do-6-protsentov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть