Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.75 ↓

EUR 76.05 ↑

16 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре Рәсәй халыҡтарының балалар әҙәбиәте антологияһына индерелде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре Рәсәй халыҡтарының балалар әҙәбиәте антологияһына индерелде. Йыйынтыҡ Рәсәй Федерацияһының милли әҙәбиәттәргә булышлыҡ итеү программаһын тормошҡа ашырыу барышында донъя күрҙе. Китап Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың сәләмләү һүҙе менән асыла.

«Баҫма бик үҙенсәлекле, унда 201 яҙыусының 870 әҫәре тупланған. Әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар, поэмалар Рәсәй халыҡтарының 55 теленән тәржемә ителгән. Кешеләр ҡайҙа ғына йәшәһә лә, ниндәй телдә һөйләшһә лә, әҙәбиәт һәр саҡ яҡынайта, туғанлыҡ тойғоһон тыуҙыра. Был күп милләтле дәүләтебеҙ өсөн бик мөһим. Антологияға Гөлфиә Юнысова, Айһылыу Йәғәфәрова, Тамара Искәндәриә кеүек танылған башҡорт балалар яҙыусыларының һәм йәш авторҙар — Тимур Рәхмәтуллиндың, Айнар Байбулатовтың әҫәрҙәре урын алған», — тип аңлатма бирҙе башҡорт әҙәбиәте бүлеген әҙерләү менән шөғөлләнгән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Федераль редакция советы ағзаһы Йомабикә Ильясова.

http://www.bashinform.ru/news/1103047-proizvedeniya-bashkirskikh-pisateley-voshli-v-antologiyu-detskoy-literatury-narodov-rossii-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть