Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.94

EUR 73.17

20 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында ҡаты һыуыҡтар һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәрттеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

12 ғинуарҙан 13-нә ҡарай төндә Башҡортостанға сатлама һыуыҡтар килә. Термометр бағанаһы 23-28, урыны менән 30-35 градусҡаса төшә, көндөҙ 19-24, урыны менән 14 градус һалҡын.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәртә. Беренсенән, ҡотҡарыусылар балаларға һәм оло йәштәгеләргә һыуыҡта оҙаҡ булмаҫҡа, урманда һәм тораҡ пункттарҙан алыҫта йөрөүҙе икенсе көнгә ҡалдырырға кәңәш итә. Машинала алыҫ юлға сыҡмаҫҡа. Икенсенән, гардеробты дөрөҫ һайлау мөһим: тар кейем-һалымдан һәм ҡыҫыҡ аяҡ кейеменән, ҡатын-ҡыҙҙарға бейек үксәләрҙән баш тартырға кәрәк, сөнки улар ҡан әйләнешен боҙа, был иһә тиҙ өшөүгә килтерә.

«Туңыуҙың тәүге билдәләре беленеү менән (ҡалтырау, һиҙгерлекте юғалтыу, тиренең ағарыуы, ойоу, сәнсеү) яҡындағы йылы бинаға инергә. Өшөгән урынды йылы ҡул, еңелсә массаж, йөн туҡыма менән ышҡып, тын менән ҡыҙарғансы йылытырға, һуңынан мамыҡ-марля йәки ҡул аҫтында булған башҡа бәйләмес һалырға», — тип кәңәш итә ҡотҡарыусылар.

Әлеге билдәләр бөтмәһә, иң яҡшыһы — табипҡа күренеү.

Шулай уҡ электр йылытҡыстар менән дә иғтибарлы булырға кәрәк: розеткаға бер нисә прибор ҡуйырға, төндә уларҙы ҡабыҙырға һәм уларҙа кер киптерергә ярамай.  

«Һыуыҡ көндәрҙә янғын сыҡмаһын өсөн мейескә бер тапҡыр оҙаҡ итеп яҡҡансы, 1-1,5 сәғәт буйына көнөнә 2-3 тапҡыр яғыу зарур», — тип иҫкәрттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында.

Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта 01 йәки 101 номерына шылтыратығыҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1103087-v-mchs-bashkirii-predupredili-o-silnykh-morozakh-i-rasskazali-o-merakh-bezopasnosti-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть