Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.76 ↑

EUR 75.79 ↓

24 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов студент йылдарында Яңы йылды нисек ҡаршылауы хаҡында һөйләне

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «РИА Новости» агентлығына биргән интервьюһында спелеология походтарында, усаҡ янында һәм хатта рок-төркөм составында яңы йыл төнөн нисек ҡаршы алыуын һөйләне.

«Студент йылдарын иҫкә төшөрәм. Мин Мәскәүҙә, Бауман университетында уҡый инем. Беҙҙә спелеология секцияһы була торғайны. Яңы йыл алдынан беҙ Мәскәү өлкәһенә, мәмерйәләргә киттек. Шунда яңы 1973 йылды ҡаршы алдыҡ. Ул саҡта 19 йәштә инем. Йәш саҡта «Иң яҡшы йылдар» тигән рок-төркөмө составында студенттар араһында яңы йыл кисәләрендә сығыш яһаныҡ. Ҡайһы берҙә Яңы йылды бейеү майҙансыҡтарында һәм сәхнәлә ҡаршыланыҡ», — тип Башҡортостан башлығының һүҙҙәрен килтерә агентлыҡ.

Ул ҡайһы саҡта Яңы йылды сәйәхәттә билдәләүен, йәки «куранттар һуҡҡас та футбол уйнарға сығыуҙарын» һөйләне.

«Барыһы ла булды, ләкин хәҙер, өлкәнәйгәс, был — ғаилә байрамы ғына. Хәйер, йәш саҡты иҫкә төшөргәндә һәм берәй күңелле сара уйлап тапҡанда шәп булыр ине... Әммә республика башлығына ярамай, айырыуса байрамдарҙа. Халыҡтың ялы бөтә яҡлап та гарантияланған булырға тейеш», — тип өҫтәне Рөстәм Хәмитов.

http://www.bashinform.ru/news/1099871-rustem-khamitov-rasskazal-kak-otmechal-novyy-god-v-studencheskie-gody/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть