Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.23

EUR 73.72

25 июнь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рената Литвинова Земфираны «арабыҙҙа йәшәгән гений» тип атаны

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Рената Литвинова йырсы, Өфө ҡыҙы Земфираны «арабыҙҙа йәшәгән гений» тип атаны. Режиссер, актриса һәм сценарий яҙыусы ошо хаҡта «Газета.Ru» баҫмаһына интервьюһында белдерҙе. 2018 йылда уның «Төньяҡ ел» пьесаһы мотивы буйынса фильм экран сыға. Ул әлеге ваҡытта Чехов исемендәге Мәскәү художество театрында бара. Фильмға музыканы Земфира яҙа.

«Уның нәҡ композитор, кино композиторы булараҡ эшләй башлауы нисектер бер-бер артлы килеп сыҡты. Хәҙер «Төньяҡ ел» өсөн бөтөнләй ҙур музыка яҙылған», — тине Литвинова.

Земфираның кино төшөрөүҙә тәжрибәһе бар инде. Ул 2008 йылда «Земфирала йәшел театр» тигән музыкаль фильмда продюсер булып сығыш яһаны. Рената Литвинова менән бергә Земфира 2012 йылда «Ританың һуңғы әкиәте» картинаһында продюсер ярҙамсыһы булды, уға музыка яҙҙы. Фильм III Халыҡ-ара Одесса кинофестиваленең конкурс программаһында һәм 34-се Халыҡ-ара Мәскәү кинофестивалендә ҡатнашты. Шулай уҡ Земфира Рената Литвинованың «Алиһә: нисек мин яраттым» фильмына музыка яҙҙы. Йырсының «Рәхмәт» альбомынан бер нисә йыр Кира Муратованың «Шарманка өсөн көй» фильмында яңғырай, ә «Мәңгелек ҡайтыу» картинаһында кадрҙа йырсы башҡарыуында бер нисә тапҡыр «Риголетто» операһынан «Герцог йырҙары» концерт яҙмаһы күренә.

http://www.bashinform.ru/news/1099717-renata-litvinova-nazvala-zemfiru-nyne-zhivushchim-sredi-nas-geniem/

Теги: Земфира
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть