Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.30 ↓

EUR 75.37 ↓

23 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Күмертауҙа ашығыс ярҙам алыу уңайлыраҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

«Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә Күмертау ҡалаһына өс ашығыс ярҙам машинаһы килде. Автомобилдәр ябай һәм төньяҡ башҡарыуҙа ла тәҡдим ителгән. Машиналар дефибрилляторҙар, ЭКГ аппараттары, үпкәне яһалма елләтеү ҡорамалдары, пульсоксиметрҙар, ингаляторҙар, шиналар йыйылмаһы, ауырыуҙарҙы һалып ташыу ҡоромалдары менән йыһазландырылған. Автомобилдәрҙә кондиционерҙар ҡуйылған. Моноҡалалар өсөн ашығыс ярҙам машиналары федераль бюджет аҡсаларына алынған. Ноябрь айында Рәсәй Хөкүмәте 59 төбәк өсөн 680,7 миллион һумға 262 автомобиль һатып алыу тураһында бойороҡ ҡабул итте. Машиналар илебеҙҙә етештерелгән.

«Был тапшырма Рәсәй субъекттарында ашығыс ярҙам автомобилдәрен яңыртыу һәм ағымдағы йылда моноҡалаларҙы ашығыс ярҙам машиналары менән тәьмин итеү маҡсатында бойомға ашырылды», — тип хәбәр иттеләр Күмертау ҡалаһы хакимиәтендә.

Алдан шул уҡ моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү программаһында Учалы ҡалаһы ике ашығыс ярҙам машинаһы алды.

http://www.bashinform.ru/news/1099795-neotlozhnaya-pomoshch-v-kumertau-stanet-bolee-dostupnoy-i-effektivnoy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть