Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.78 ↑

EUR 73.68 ↓

22 июнь, Йома

Уфа   °

Салауат Йәнтүрин Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Салауат Йәнтүрин Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнде. 28 декабрҙә Өфөлә, Рәсәй Федерацияһы Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә, Рәсәй Юстиция министрлығының Түбәнге Новгород өлкәһе буйынса баш идаралығы начальнигы Сергей Быстревский һәм Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев территориаль федераль дәүләт власы органдары һәм Башҡортостан власы органдары етәкселәрен Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе менән таныштырҙы.

Биографик белешмә:

Йәнтүрин Салауат Дияс улы 1979 йылдың 28 авгусында тыуған.

2011 йылда «юриспруденция» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтын тамамлай.

2001 йылдың октябренән 2005 йылдың апреленә тиклем беренсе категориялы белгес, әйҙәүсе белгес, Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы бүлеге начальнигы вазифаларын биләй.

2005 йылдың мартынан Рәсәй Федерацияһы субъекттарының ҡануниәт һәм Рәсәй Юстиция министрлығының Волга буйы федераль округы буйынса идаралығының Башҡортостан Республикаһында федераль регистр алып барыу бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнә.

2008 йылдың июленән — Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы бүлеге начальнигы.

2009 йылдың июленән — Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары.

Рәсәй Федерацияһының 3 класлы дәүләт юстиция советнигы. Өйләнгән, ҡыҙ тәрбиәләй.

http://www.bashinform.ru/news/1099706-nachalnikom-upravleniya-minyusta-rf-po-bashkortostanu-naznachen-salavat-yandurin/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть