Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Владимир Путин минималь хеҙмәт хаҡын йәшәү минимумына тиклем еткереү тураһында законға ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Президент Владимир Путин минималь хеҙмәт хаҡын йәшәү минимумына этаплап арттырған федераль законға ҡул ҡуйҙы. Документ закон сығарыу акттарын баҫтырыу порталында донъя күрҙе. 1 ғинуарҙан минималь хеҙмәт хаҡы күләме айына 9489 һум кимәлендә билдәләнә, тип хәбәр итә РБК.

Законға ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан минималь хеҙмәт хаҡы йәшәү минимумы дәүмәленән 85 процент тәшкил итәсәк. 2019 йылда минималь хеҙмәт хаҡы һәм йәшәү минимумы күләме тигеҙләнергә тейеш. Йыл һайын минималь хеҙмәт хаҡы уҙған йылдың икенсе кварталы өсөн йәшәү минимумы күләмендә билдәләнәсәк.

Бынан алда, 15 декабрҙә, закон Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителде. Хеҙмәт министрлығы башлығы Максим Топилин баһаһы буйынса, законды үтәү өсөн дәүләткә 55 миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1099691-vladimir-putin-podpisal-zakon-o-povyshenii-mrot-do-prozhitochnogo-minimuma/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть