Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.61 ↓

EUR 73.61 ↑

21 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә төрлө телдәрҙә донъя күргән «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы тышлыҡтары коллекцияһы менән танышырға мөмкин

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Гүзәл Яхинаның донъяның төрлө телдәрендә баҫылған «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы тышлыҡтары коллекцияһын ҡарарға мөмкин. Проектты Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана әҙерләй.

Яҙыусы хәбәр итеүенсә, былтыр «Зөләйха күҙҙәрен аса» романын 22 телгә тәржемәләүгә килешеүҙәр төҙөлгән. Гүзәл Яхина Милли китапханаға руссанан тыш, татар, болгар, ҡытай, чех, эстон, фин, француз, немец, венгер, итальян, иран, литва, македон, голланд, поляк, серб, словак, украин, үзбәк телдәрендә баҫылып сыҡҡан китабының тышлыҡтарын ебәрҙе. 2018 йылда романдың румын, инглиз, хорват, иврит, испан, швед телдәрендә сығыуы көтөлә.

Матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл башында учреждениела «Зөләйха күҙҙәрен аса» (режиссеры — Айрат Абушахманов) спектаклендә уйнаған М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры артистары менән осрашыуҙар ойошторола.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, роман 2015 йылда донъя күрҙе һәм китап уҡыусылар араһында киң популярлыҡ яуланы. Гүзәл Яхина шунда уҡ бер нисә әҙәби премияға лайыҡ булды: «Йыл китабы» премияһы лауреаты (2015), «Ясная Поляна» премияһы лауреаты, «XXI быуат» номинацияһы (2015), «Ҙур кино» премияһы лауреаты (2015), «Сирано» премияһы лауреаты, «Иң яҡшы яҙыусы» номинацияһы (2016), Les prix du magazine «Transfuge» de la rentrée littéraire, Франция (2017). 2016 йылда Гүзәл Яхина Өфөгә килде һәм китапханаларҙа, клубтарҙа, театрҙарҙа китап уҡыусылар менән осрашты.

Күргәҙмәне үткәреү урыны: Өфө, Ленин урамы, 4, төп корпус, 2-се ҡат, галерея. Инеү ирекле.

http://www.bashinform.ru/news/1099657-v-ufe-mozhno-posmotret-kollektsiyu-oblozhek-knigi-zuleykha-otkryvaet-glaza-na-raznykh-yazykakh-mira/

Теги: әҙәбиәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть