Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58

EUR 69.39

22 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Эске эштәр министрлығы төбәктә йәшәүселәрҙе байрам көндәрендә хәүефһеҙлек саралары хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостан полицейскийҙары байрам көндәрендә халыҡтың именлеген тәьмин итә һәм йәмәғәт тәртибен һаҡлай. Төбәк Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, республика ҡала һәм райондарының боҙ майҙансыҡтарында полиция хеҙмәткәрҙәре дежурлыҡ итә. Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү Рәсәй гвардияһы һәм шәхси һаҡ ойошмалары менән берлектә тормошҡа ашырыла.

Ведомство бәхетһеҙ осраҡ йәки енәйәтсе ҡорбаны булмаҫ өсөн спиртлы эсемлектәр менән артыҡ мауыҡмаҫҡа кәңәш итә.

«Мөлкәтте һаҡлауҙы ла оноторға ярамай. Ял көндәрендә сәйәхәткә юлланыусыларға Эске эштәр министрлығы торлаҡты сигнал ҡорамалдары менән йыһазландырырға тәҡдим итә. Күршеләрегеҙҙән йәки таныштарығыҙҙан ишектең, йоҙаҡтың бөтөнлөгөн ваҡыты-ваҡыты менән тикшереп тороуҙарын һорағыҙ. Әйберҙәрегеҙҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр граждандарға тәртип һаҡсылары.

Ата-әсәләр балаларын, шул иҫәптән халыҡ күп йөрөгән урындарҙа ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа тейеш. Бәлиғ булмағандарға урамда хәүефһеҙ йөрөүҙең төп ҡағиҙәләрен иҫтә тотоу һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү зарур.

Граждандар хоҡуҡ боҙоу осраҡтары, ҡылынған енәйәттәр тураһында полиция бүлектәренә йәки 02, 102 телефондары буйынса хәбәр итә ала.

http://www.bashinform.ru/news/1099487-mvd-napominaet-zhitelyam-bashkirii-o-merakh-bezopasnosti-v-predstoyashchie-prazdniki/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть