
1 ғинуарҙан пенсия арта — Башҡортостан буйынса Пенсия фонды бүлексәһе

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.
1 ғинуарҙан страховка пенсияһы, шул иҫәптән эшләмәгән пенсионерҙарға билдәләнгән түләү 3,7 процентҡа арта.
Индексациялауҙан һуң билдәләнгән түләүҙең күләме айына — 4 982,9 һум, пенсия балының хаҡы 81,49 һум була (2017 йылда — 78,58 һум). Һөҙөмтәлә ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 13 423 һум тәшкил итергә тейеш, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
2018 йылда эшләмәгән пенсионерҙарға страховка пенсиялары һәм уларға билдәләнгән түләү элеккесә 1 февралдән түгел, ә 1 ғинуарҙан индексациялана. Шуға күрә республика пенсионерҙары 3 ғинуарҙан уҡ пенсияны арттырылған күләмдә ала башлай.
Дөйөм алғанда, 2017 йылда Башҡортостан халҡын пенсия менән тәьмин итеү өсөн Рәсәй Пенсия фонды сығымдары 195,4 миллиард һум тәшкил иткән.







