Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75 ↑

EUR 69.25 ↓

19 ғинуар, Йома

Уфа   °

Уҙып барған йылда Рәсәйҙә ғүмер оҙайлығы һиҙелерлек артты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

2017 йылда Рәсәйҙә ғүмер оҙайлығы һиҙелерлек артты — ул 72,6 йәшкә тиклем етте, тип яҙа «Известия».

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Вероника Скворцова һүҙҙәренсә, күп осраҡта бындай ыңғай үҙгәрештәргә сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыу,  тиҙ диспансеризация менән юғары технологиялы поликлиниканы индереү һәм табиптарҙың квалификацияһын күтәреү программаһы һөҙөмтәһендә өлгәшелде.

«Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың 10 айында үлем осраҡтары 2 проценттан ашыуға кәмене, бер йыл элеккегә ҡарағанда 35 меңгә күберәк кеше ғүмере һаҡлап ҡалынды», — тип хәбәр иттеләр баҫмаға ведомствонан.

Киләһе йылда халыҡтың оҙаҡ йәшәүгә курсы дауам итәсәк, тип билдәләй эксперттар.

Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, демографик вектор үҙгәрә, халыҡтың «әүҙем ҡартайыуы» күҙәтелә. Демографтар әйтеүенсә, бөтә донъя «оло йәштәгеләр быуаты»на аяҡ баҫты.

http://www.bashinform.ru/news/1099582-v-rossii-v-ukhodyashchem-godu-rekordno-vyrosla-prodolzhitelnost-zhizni-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть