Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75 ↑

EUR 69.25 ↓

19 ғинуар, Йома

Уфа   °

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала боҙлауыҡ булыуы хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре 2017 йылдың һуңғы көндәрендә һаҡсыл булырға саҡыра. Йома, 29 декабрҙә, боҙлауыҡ көтөлә. Йәрәхәт алыу хәүефе арта.

«Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы водителдәргә үтә иғтибарлы булырға, арауыҡ һаҡлау һәм хәүефһеҙ тиҙлек режимын һайлау тураһында онотмаҫҡа; тәжрибәһе булмаған водителдәргә автомобилдә сәфәргә сығыуҙан тыйылып торорға, трассаға сығыр алдынан резинаның юл ҡатламы шарттарына ҡарата ярашлылығын тикшерергә кәңәш итә. Хәрәкәт иткәндә тиҙлек режимын үтәргә, машина менән һаҡсыл идара итергә, хәрәкәт тиҙлеген, транспорттың һәм йөктөң үҙенсәлектәрен һәм хәлен иҫәпкә алырға; йәйәүлеләргә юл аша сыҡҡанда һәм янынан барғанда үтә һаҡ булырға кәрәк», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 30 һәм 31 декабрҙә республикала һауа температураһы йәнә түбәнәйә. Синоптиктарҙың фараздары буйынса, термометр бағанаһы -7 градус билдәһенә ҡәҙәр төшәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1099662-v-mchs-predupredili-zhiteley-bashkirii-o-gololede/

Теги: боҙлауыҡ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть