Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.55 ↑

EUR 76.08 ↓

19 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Республикала 15 һаҙлыҡ дәүләт һағына алынасаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

2018 йылда Башҡортостанда 15 яңы тәбиғи биләмә ойошторола, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Экология министрлығынан. Был дала һәм урман-дала зоналары: Әбйәлил, Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренка, Миәкә, Учалы райондарындағы һаҙлыҡтар.

«Торф һаҙлыҡтары мөһим биосфера ҡиммәтенә эйә, уларҙың атмосфера углеродын туплау, мөһим гидрологик роле һәм юғары биологик төрлөлөгө иҫәбенә. Был һаҙлыҡтарҙа Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Ҡыҙыл китаптарына ингән һирәк осраған һәм юғалыу хәүефе янаған үҫемлектәр үҫә һәм хайуандар йәшәй», — тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы Йәшәйеш именлеге ғилми-тикшеренеү институтының айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре һәм биологик ресурстар лабораторияһы мөдире Екатерина Богдан. — «Миәкә районында Ҡорманайбаш һаҙлығы дремлик популяцияһы һәм беҙҙең төбәк өсөн яңы үҫемлек төрө — Шутлеворт екәне табылыу менән үҙенсәлекле. Әбйәлил районындағы Сереккүл һаҙлығында Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә һирәк осраған Европа аҡ буран турғайы йәшәй. Айырыуса Учалы районындағы Ҡасҡарҙы һаҙлығын билдәләп үтәһе килә. Уның майҙаны яҡынса 700 гектар, ә углерод ятҡылығы 500 мең тонна самаһы».

Дөйөм алғанда республикала 41 районда 182 тәбиғәт ҡомартҡыһы иҫәпләнә. Уларҙың дөйөм майҙаны 42 мең 264,7 гектар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала 80-се йылдарҙа киптерелгән Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығын тергеҙеү буйынса Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы проекты ғәмәлгә ашырыла.

http://www.bashinform.ru/news/1099469-v-bashkirii-15-bolot-vozmut-pod-gosudarstvennuyu-okhranu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть