Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75 ↑

EUR 69.25 ↓

19 ғинуар, Йома

Уфа   °

Төбәктә ике таможня посы Волга буйы федераль округында иң яҡшы тип танылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда ике таможня посы 2017 йылғы эш йомғаҡтары буйынса Волга буйы федераль округында иң яҡшылар тип танылды. Өфө аэропорты «Иң яҡшы һауала пассажирҙар үткәреү пункты» номинацияһында беренсе урын яулап, еңеүсе булды. Белорет таможня посы «Штат иҫәбе 10 берәмектән кәм эске таможня посы» номинацияһында өсөнсө урын алды.

Өфө аэропорты таможня посы күп тапҡыр иң яҡшы Волга буйы таможня идаралығы һәм Федераль таможня хеҙмәте тип танылды. 2017 йылда Өфө аэропортының пассажирҙарҙы үткәреү пунктында пассажирҙар ағымы ике тапҡырға артҡан. 2017 йылда Евразия иҡтисади союзы сиген 564 575 пассажир (2016 йылда – 275 050) үткән. Теркәлгән самолеттар һаны 1,8 тапҡырға артҡан һәм 3154-кә еткән (2016 йылда – 1731).

Был йыл Белорет таможня посы өсөн дә һөҙөмтәле булған, ул декларациялар буйынса былтырғы күрткестәрҙән 44 процентҡа артып киткән. Белорет өсөн Волга буйы таможня идаралығы конкурсында «бронза» — тәүге етди һөнәри таныу, тип билдәләнеләр Башҡортостан таможняһының матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1099439-v-bashkirii-dva-tamozhennykh-posta-priznany-luchshimi-v-pfo-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть