Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.58

EUR 69.39

22 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

1 ғинуарҙа Ер шарында халыҡ иҫәбе 7,444 миллиард кешегә етә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2018 йылдың 1 ғинуарында Ер шарында халыҡ иҫәбе 7,444 миллиард кешегә етә, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы Америка Ҡушма штаттарының Иҫәп алыу бюроһы фараздарына һылтанып.

2017 йылдың 1 ғинуары менән сағыштырғанда Ерҙә йәшәүселәр 78,5 миллион кешегә күбәрек буласаҡ, тип билдәләнә киң таралған мәғлүмәттә. Артым 1,07 процент тәшкил итәсәк. «Киләһе йылдың ғинуарында секунд һайын 4,3 бала донъяға киләсәк, 1,8 кеше үләсәк тип көтөлә».

Алдан Бюро 2050 йылда донъяла 9 миллиард кеше буласаҡ тип фаразлағайны. XI быуат башында Ерҙә 310 миллион кеше йәшәгән, 1900 йылда – 1,6  миллиард кеше. 1999 йылда халыҡ иҫәбе 6 миллиардтан артҡан. 2011 йылда 7 миллиард кеше иҫәпләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1099563-1-yanvarya-chislennost-naseleniya-zemli-dostignet-7-444-mlrd-chelovek/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть