Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 61.76 ↑

EUR 75.79 ↓

24 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда Транспорт дирекцияһы юл төҙөлөшөндәге инвестиция проекттары өсөн яуап бирә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Республикала «Башҡортостандың транспорт дирекцияһы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы ойошторолдо. Яңы ведомствоның бурысы — юл һәм транспорт төҙөлөшө өлкәһендәге ҙур инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан.

Улар — Көнсығыш сығыу юлы, Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск юлы, Нефтекаманы төньяҡ-көнсығыштан урау юлы, М-7 юлы, Европа — Көнбайыш Ҡытай халыҡ-ара транспорт маршруты составында Баулы — Күмертау юлы, Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү кеүек ҙур проекттар.

Хөкүмәттә асыҡлауҙарынса, учреждениены ойошторғанда Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларының ыңғай тәжрибәһе иғтибарға алынған. Башҡортостан дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү кимәле буйынса төбәктәр рейтингында етенсе урынды биләй. Республика илдә ошондай учреждение асылған өсөнсө төбәк булды.

http://www.bashinform.ru/news/1099295-v-bashkirii-transportnaya-direktsiya-budet-kurirovat-investproekty-v-dorozhnom-stroitelstve/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть