Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.90 ↑

EUR 73.13 ↑

19 июль, Кесе йома

Уфа   °

Синоптиктар Яңы йылға һауа торошон хәбәр итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 28 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башгидрометүҙәк синоптиктары Яңы йылға һауа торошо тураһында хәбәр итте.

Алдағы көндәрҙә атмосфера баҫымы күтәрелә, республика биләмәһенә Себер антициклоны тарала.

30, 31 декабрҙә көндәрҙең аяҙлы-болотло булыуы, ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә -4,-9, урыны менән 14 градусҡаса һалҡын, көндөҙ -2,-7 градус.

Яңы йыл төнөндә республикала уңайлы һауа шарттары күҙаллана – һауа температураһы -6,-11, урыны менән 16 градусҡа тиклем һалҡын.

2018 йылдың тәүге көнөндә көндөҙ -3,-8 градус, Башҡортостандың айырым райондарында бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал.

Өфөлә 1 ғинуарҙа төндә -6, -8, көндөҙ -3, -5 градус булыуы күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1099335-sinoptiki-soobshchili-o-pogode-v-novyy-god-v-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть